Ҡытай пациенттары Өфөгә килеп дауалана

Дата:07.11.2018
Раздел:Новости
Источник:БСТ

Ҡытай пациенттары Өфөгә килеп дауалана

Быйыл ғына Өфө күҙ ауырыуҙарын дауалау ғилми-тикшеренеү институтында 25 кешегә операция яһалған. Барыһының да диагнозы бер: кератоконус. Йәғни, күҙ мөгөҙсәһенең формаһы үҙгәреүе. Республиканың баш ҡалаһында бындай мәсьәлә 10 минутта хәл ителә.

789B2637516F36DE.jpg

Быйыл ғына күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 25 кешегә операция яһалған. Күбеһенең бер үк диагноз. Кератоконус, йәғни күҙ мөгөҙсәһенең зарарланыуы. Ҡытайҙан килгән пациенттарға Өфөлә был ауырыуҙы дауалау буйынса һөҙөмтәле алымдар ҡулланылыуы мәғлүм. Белгестәр фекеренсә, атап үтелгән тайпылыш донъялағы һәр меңенсе кешегә хас. Күҙлек, линза кейеү ҙә күреү һәләтен яҡшыртыуға булышлыҡ итмәй. Ваҡыт үтеү менән бөтөнләй һуҡыр ҡалыу хәүефе лә бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында иһә мәсьәлә ун минут эсендә хәл ителә. Операция барышында күҙ мөгөҙсәһе махсус Миоринг ҡулсаһы ярҙамында беркетелә.

Миңнулла Әбсәләмов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре: “Ҡытайҙа ҡайһы-бер пациенттар дауа таба алмағандар. Беҙҙе интернет аша табып килгәндәр. Беренсе пациент уңышлы йүнәлде. Ул үҙенең ватандаштарына ярҙам итергә булған. Быйыл беҙгә 20-гә яҡын Ҡытай кеше килде”.

Табиптар әйтеүенсә, кератоконус ауырыуын дауалау өсөн операция күп илдәрҙә тәү сиратта ҡорамалдар булмауға бәйле эшләнмәй. Өфөлә дауалау алымы 8 йыл инде уңышлы ҡулланыла.

Ван Янь: “Был сир миндә 7 йыл тирәһе элек барлыҡҡа килде. Бер көн күреү һәләтемдең кинәт насарая башлауын тойҙом. Доктор миңә күҙлек яҙҙы, һуңынан контакт линзалары йөрөттөм, әммә күҙҙәрем насарайғандан-насарайҙы, ауырыу сигенмәне. Күптән түгел дуҫымдан Өфөлә был осраҡта һөҙөмтәле ярҙам ысулы барлығын белдем”.