1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. “Көнсығыш-Көнбайыш” Халыҡ-ара конференцияhында тәжрибә уртаҡлашыу

“Көнсығыш-Көнбайыш” Халыҡ-ара конференцияhында тәжрибә уртаҡлашыу

%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8.png
8 июня 2021, Вторник 12:59 Просмотров: 636



Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары донъяның төрлө тарафында эшләгән мең ярымдан ашыу хеҙмәттәшенә офтальмологияла иң алдынғы операцияны онлайн башҡарып күрһәтте. Тәжрибә уртаҡлашыу “Көнсығыш-Көнбайыш” Халыҡ-ара конференция барышында ойошторолдо. Быйыл офтальмологтар ҡоро Башҡортостандың башҡалаһында ун беренсе тапҡыр үтте. Фәнил Ғәбитов күреү һәләтенең ҡапыл насарайыуын быйыл март айында тоя. Катаракта икәнен аңлағас, ҡыҙы уны донъяға танылған Өфө офтальмологтарына етәкләп, тигәндәй, килтерә. Табип тикшеренеүҙәре, операцияға әҙерлек ике аҙна самаһы ваҡыт талап итә. Бөгөн иһә Фәнил ағай оҫта хирургтарға ихлас рәхмәт әйтеп ауылына, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға әҙерләнә. Стационарҙың операция бүлмәһендә иһә ошондай уҡ пациенттар ошондай уҡ операция көтә. Ирина Сәйетгәрәеваны күҙенә наркоз тамыҙған мәлдә осраттыҡ. Тулҡынланыу, ә дөрөҫөрәге ҡурҡыу тойғоһо бар ине, ти ханым. Катарактаны фемтосекундлы лазер ярҙамында бөтөрөү ысулын Өфө офтальмологтары 2012 йылдан башлап ҡуллана. Уникаль аппарат Өфөлә тик күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында бар. Робот-лазерҙың өҫтөнлөгө шунда – ул күреү һәләтен башҡа төрлө операциялар тыйылған пациенттарға ла ҡайтара ала. Өфө офтальмологтарының тап ошо төр операцияһын Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашҡан меңәрләгән табип күҙәтте. “Көнсығыш-Көнбайыш” форумы быйыл күҙ ауырыуҙары институты асылыуға 95 йыл тулыуға арналды. Быуатҡа яҡын эшмәкәрлек дәүерендә табиптар донъя кимәлендә уртаҡлашыр тәжрибә туплаған. Онлайн конференция бер юлы ике залда бара. Фәнни лекцияларҙы Рәсәй һәм донъяның танылған офтальмологтары уҡый. Инглиз теленә синхрон тәржемә ҡаралған.  Табиптар күҙ ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Яңы коронавирус инфекцияның күреү һәләтенә яһаған йоғонтоһо ла бөгөн фәнни тикшеренеү темаһы. Ғилми тикшеренеүҙәр күҙ ауырыуҙары институтының төп эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе. Әлеге ваҡытта Өфө институты заман талаптарына яуап биргән операциялар иҫәбе буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Операцияларҙың һаны һуңғы йылдарҙа 4 ярым тапҡырға артҡан. Табиптар йылына 40 меңгә яҡын ҡатмарлы операция яһай. Хирургия ярҙамын бында Рәсәйҙең һәр төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән мөрәжәғәт иткәндәр ала. Катарактаны фемтосекундлы лазер ярҙамында бөтөрөү ысулын ҡулланып яһалғаны иһә республика халҡы өсөн бушлай.

Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/226442-oftalmologiyala-aldyngy-operaciyany-onlayn