Медицина өлкәһендә яңы алымдар
Замана ҡоролмалары ярҙамында күҙгә сыҡҡан аҡ таптан бөтөнләй ҡотолорға мөмкин. Табиптар әйтеүенсә, операциянан һуң пациенттарҙың күҙенә был тап тағы ла сығып йонсотмаясаҡ. Владимир Васильев тәүҙә бер күҙенә операция эшләтһә, хәҙер икенсеһен дауаларға килгән. Замана ҡоролмалары ярҙамында эшләнелгән лазер операцияһы тиҙ һәм бер ниндәй ауыртыуһыҙ башҡарыла. Күреү һәләте лә операциянан һуң күпкә яҡшыра. Кешенең күҙенә аҡ йә иһә һары төҫтәге тап сыҡһа, күҙҙәр насар күрә башлаясаҡ, ти табиптар. Шуға ла унан ваҡытында ҡотолоу зарур. Элек пациенттың күҙенән алынған тап ҡабаттан сығып йонсотһа, хәҙер иһә уны бөтөнләй икенсе алым менән башҡаралар. Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни тикшеренеү институтында яңы техника ярҙамында бер көн эсендә ҡырҡтан ашыу операция үткәрелә. Бындай алым Рәсәйҙә быйыл ғинуар айында ҡулланыла башланған. Әйткәндәй, операция ваҡыты ни бары 10 минут тирәһе. Операциянан һуң пациенттар үҙҙәрен яҡшы тоя, 2-3 көндән һуң улар ҡайтып китә ала. Яңы алым менән операция йыл башынан ғына эшләнелә башлаһа ла, яҡшы һөҙөмтәләр бар, ти табиптар. Күҙҙәге тапты алыу өсөн, күбеһенсә, утыҙҙан алып илле-алтмыш йәштәге пациенттар мөрәжәғәт итә. Операциянан һуң, күҙҙәге тап башҡаса сығып йонсотмаясаҡ.