Хәйерле иртә, Республика!
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
Бөгөнгө эфир телевизор ҡарарға, оҙаҡ итеп гаджетта ултырырға яратыусылар өсөн үтә лә фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ. Статистика буйынса, беренсе класҡа күреү һәләте боҙолған балаларҙың 30 проценты уҡырға килһә, 11-се класты тамамлағанда уларҙың 70 проценты күҙлек кейә. "Балалар менән нимә эшләйҙәр, улар мәктәпте тамамлағанда барыһының да тиерлек күҙҙәре боҙола„— тип асыулана ҡайһы бер ата-әсәләр.
Бында эш мәктәптә түгел, ә юғары күреү көсөргәнешендә — мәктәптә һәм өйҙә дәфтәрҙәрҙә эшләү, уҡыу, мессенджерҙарҙар аша класташтар менән аралашыу, компьютер уйындары. Быларҙың барыһы ла күреү һәләтенә кире йоғонто яһай. Әлеге көндә күреү һәләте түбәнәймәгән баланы табыу бик һирәктер. Күҙлек кейеү, әлбиттә, спорт менән шөғөлләнергә лә ҡамасаулай. Ни өсөн баланың күреү һәләте түбәнәйә, быны нисек булдырмаҫҡа һәм баланы күрәшәлектән нисек дауаларға?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунаҡтары — Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре Айгөл Низәметдитдинова һәм 4-се микрохирургия бүлегенең табип- офтальмологы Альмир Ғәлимов яуап бирер.