1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. Марат Аҙнабаев – сит илдә лә үҙ кеше

Марат Аҙнабаев – сит илдә лә үҙ кеше

b54f4dd074cb1a806a634913cccca3d7.jpg
fdbc818a9243b10da3f9c9e51115f081.jpg
15 ноября 2012, Четверг 16:02 Просмотров: 768

Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Аҙнабаевтың үҙенсәлекле шәхес икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Фән өлкәһендә ҡолас ташлап йөҙөүҙән, шәкерттәрен оло юлға сығарыуҙан тыш, уның сит телдәрҙе өйрәнеүе, инглиз телендә докладтар яһауы, медицина терминдарының энциклопедик характерҙағы урыҫса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеген төҙөүгә ҙур көс һалыуы шәхес тормошондағы ғәжәп үҙенсәлекле, яҡты биттәр.

Көҙгө көндәрҙең береһендә офтальмология мәктәбенә нигеҙ һалған профессорҙың Төркиәлә төрөк күҙ табиптарының, ғалимдарының милли конгресынан бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан мәленә тура килдек. Төркиә, Греция, Англия, АҠШ илдәренән өс меңдән ашыу делегатты йыйған конгреста яҡташыбыҙ тоноҡланған күҙ яҫмығы урынына яһалма күҙ яҫмығы ҡуйғанда ҡулланылған бик уңайлы ысул тураһында төрөк телендә доклад менән сығыш яһаған.
– Беҙҙең ысул яһалма күҙ яҫмығын имплантациялағанда өҙлөгөүҙәрҙән аралауы менән әһәмиәтле. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты клиникаһында бына дүртенсе йыл инде ошо ысул ярҙамында операция яһайбыҙ, – ти Марат Тәлғәт улы.
Профессор төрөк телен үҙаллы өйрәнгән. «Төркиәлә дуҫтар ҙа, хеҙмәттәштәр ҙә күбәйҙе, терминдарҙы тәржемә итеүҙә уларҙың ярҙамынан да файҙаландым. Бындай дәветле конушмаже (оло йыйын) тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Төркиәлә йыл һайын үткәрелә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы бер алдынғы дауалау ысулдары буйынса улар беҙҙе уҙып та китте. Бынан егерме йыл элек бик түбән кимәлдәге медицина тармағы бөгөн ырамлы аҙымдар менән үҫешә, – тип һүҙҙе дауам итте ғалим. — Конгресҡа килеп төшөүебеҙгә сығыш яһаусы ғалимдарҙың докладтары әҙерләнеп китап итеп сығарылғайны. Һәр сығышта ниндәй ҙә булһа фәһемле яңылыҡ, ҡыҙыҡлы, ҡыйыу фекер яңғырауы менән хәтерҙә уйылып ҡалды тәжрибә майҙансығы».
Яҡташыбыҙҙың төрөк офтальмологтарының милли конгресында исемле халыҡ-ара награда менән бүләкләнеү шатлығын да уртаҡлаштыҡ. Әммә танылған ғалим өсөн уның эшен дауам иткән шәкерттәренең, профессор дәрәжәһен яҡлап, дауаханаларға етәкселек иткән, үҙ клиникаларын асҡан, оҫта ҡулдары менән күҙ нурҙарын ҡайтарыусы хирургтарҙың уңыштары барыһынан да өҫтөн һәм ҡиммәт.

Динә Арыҫланова