1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. Офтальмохирургия буйынса 5-се халыҡ-ара фәнни-практик конференция. "Открытая студия", радио "Юлдаш"

Офтальмохирургия буйынса 5-се халыҡ-ара фәнни-практик конференция. "Открытая студия", радио "Юлдаш"

0f3d3c2708aa7ab74fc96a068109bedb.png
8 июня 2014, Воскресенье 00:00 Просмотров: 718

Бөгөн Өфөлә офтальмохирургия буйынса 5-се халыҡ-ара фәнни-практик конференция башланды. Уны Башҡортостан республикаһы Өфө фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үткәрә. Конференцияла 700-ләгән кеше ҡатнашасаҡ, тип билдәләнгән. Бәхәс һәм фәнни һөйләшеүҙәр уртаһында ниндәй төп темалар?

000.jpgСтудия ҡунаҡтары - Салауат районы Малаяҙ ауылынан Дилә Ғофранова, Учалынан Фирҙәүес Әҙелғужина, Белореттан Ира Васильева, Салауаттан Әнисә Ҡоланбәтова һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире Рәшит Ишбулатов.

Тапшырыу авторы - Гүзәл Ситдиҡова.

Рәшит Ишбулатов. Беҙ электән конференциялар үткәреп килдек. Әлеге 5-се Көнсығыш-көнбайыш халыҡ-ара конференция башҡаларынан айырыла. Элек тик Рәсәйҙән һәм элекке СССР дәүләттәренән килә торған инеләр. Хәҙерге ваҡытта уларҙан тыш Америка, Япония, Вьетнам, Һиндостандан ҙур ғына делегациялар килде.

Дилә Хәлим ҡыҙы төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа 5 районды бер үҙе ҡарай, Өфөлә эшләгән шул уҡ микрохирургик операцияларҙы эшләй. Бүлектәре яҡшы йыһаздар менән йыһазландырылған. Белорет микрохирургия күҙ бүлеге Бөрйән, Әбйәлилдәрҙе ҡарай. Райондарҙа операциялар бушлай. Өфөлә күҙ ауырыуҙары институтында түләүле бүлек бар, әгәр сиратта торорға теләмәһәләр, мөмкинлектәре булғандар түләүле үтә. Бындағы йыһаздар хөкүмәт аҡсаһына алынмаған.

Беҙгә килһәләр, бушлай медицина ярҙамы алыр өсөн окулистарҙан юллама, полис, паспорт йәки балаларға тыуыу тураһында таныҡлыҡ кәрәк.

Беҙ бөтә нәмәне лә эшләй алабыҙ тип әйтмәйем, мәҫәлән, етлекмәй тыуған балаларҙың күҙ ауырыуын дауалау өсөн Мәскәү яҡтарына ебәрәбеҙ. Сөнки унда көслөрәк ҡоролмалар, һәйбәтерәк ҡулдар бар.

Фән практикаһыҙ булмай. Ошо эргәмдәге ҡыҙҙар тик ултырмай, мәҡәлә яҙалар. Йылына бер нисә конференцияға баралар, тәжрибә алып ҡайтып , үҙҙәрендә эш практикаһында ҡулланалар.

Дилә Ғофранова. Беҙ Дыуан, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Тәү сиратта сиселеш көткән проблемалар күп инде. Ауыл халҡы бик яй килә, оҙаҡ уйлайҙар, эш күплектәнме, битарафлыҡмы. Күп ваҡытта һуңлап, йә һуҡырайғас киләләр. Ваҡытында килһендәр, һаулығын ҡараһындар ине. Кадрҙар етешә, 2011 йылда өр-яңы лазер, ультратауыш ҡорамалдары алдыҡ. Бысаҡһыҙ, киҫеүһеҙ катаракта, глаукома һымаҡ төрлө ауырыуҙарҙы бушлай дауалайбыҙ.

Ира Васильева. Белоретта ла полис буйынса төрлө күҙ операциялары бушлай. Сиратҡа торһалар, бер ай көтөргә кәрәк. Элек операциянан һуң 8 көн дауалаһалар, хәҙер 2-4 көндә эшләп сығалар. Бәләкәй сабыйҙарҙы ла дауалайбыҙ. Йәш табиптар килә, беҙ уларҙы өйрәтәбеҙ.

Фирҙәүес Әҙелғужина. Электән беҙҙә офтольмология көслө. Улар сит илдәге яҡшы табиптарҙан ҡалышмай. Ошо конференцияларға тәжрибә туплар өсөн киләбеҙ.

Әнисә Ҡоланбәтова. Салауат ҡалаһында күп операциялар юғары кимәлдә эшләнә. Беҙгә Федоровка, Ишимбай, Стәрлебаш һ.б. яҡын райондарҙан бик күп киләләр. Үҙебеҙ эшләй алмағандарын Өфөгә ебәрәбеҙ.

Шуны иҫкәртәбеҙ: әлеге ваҡытта көслө ҡорамалдар күбәйҙе. Тимер ярсыҡтары оса, күҙҙең эсенә инеп ултыра. Мәҫәлән салғы сүкегәндә, бүтән хәүефле эштәр эшләгәндә, балалары уралмаһын, иғтибарлы булһындар. Балалар әтәстән суҡылып килә. Ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итһендәр.

Слушать репортаж