1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. РӘСӘЙ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫНЫҢ ӨФӨ КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫНДА ӘЛЕНӘН -ӘЛЕ ЯҢЫ АСЫШТАР, ҠАҘАНЫШТАР ТОРМОШҠА АШЫРЫЛА

РӘСӘЙ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫНЫҢ ӨФӨ КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫНДА ӘЛЕНӘН -ӘЛЕ ЯҢЫ АСЫШТАР, ҠАҘАНЫШТАР ТОРМОШҠА АШЫРЫЛА

acf23dc3ffe1845b28d5ea840ded408f.jpg
10 июня 2015, Среда 00:00 Просмотров: 699

0be1a4dd8abbf76888feb4e79176a36e.jpg

Дүрт кешенән торған  йәш ғалимдар төркөмө «Дактриостим»  тигән яңы проекты менән Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә киң билдәлелек яулай. Лазер хирургияһында уңышлы эшләүсе Марат Ҡаланов,  күҙ ауырыуҙарын дауалаусы табиб Шамил Күҙбәков офтальмологияла эффектлы дауалау өлкәһендә яңы проектҡа осраҡлы килеп юлыҡмаған. Ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтеү юлдарын клиник ординатура үткән ваҡытта уҡ тотонған.

Шамил Күзбәков, проект авторы, медицина фәндәре кандидаты: «Ошоға тиклем ҡулланылған Франция импорт дренаж стенды бик ҡиммәт, 250 доллар торҙо. Импортты алыштырыу программаһы нигеҙендә беҙ яңы дренаж эшләп сығрҙыҡ. Ул сит илдекенән күпкә уңайлы. Өфөлә конкурста еңгәс, бер  миллион һум грант оттоҡ, һуңынан Сколков фонды ойошторған конкурстың финалына үттек. Беҙгә, йәштәргә ижади үҫергә мөмкинлек биргән институт етәкселегенә рәхмәтлебеҙ». 
«Дакриостим» тип аталған хирургия дренажы йәш юлдарын операциянан һуң асыҡ көйө ҡалдырырға мөмкинлек бирә. Был дренаж силикондан эшләнелә. Шулай иткәндә күҙҙә инфекция ауырыуҙары булмай.  Дүрт кешенән торған төркөм яңы дренажды  Бөтә Рәсәй  инноваторҙар конкурсына тәҡдим итә. Сколков фонды ойоштоған конкурста ике табиб, ике инженерҙан торған ижади коллектив финалға үтә. Уларҙың командаһы 300 000 һум аҡсалата премия ала. Йәштәрҙең фәнни эҙләнеүҙәре Бөтә Рәсәй кимәлендә  танылыуы - был  башланғыстың мөһимлеге һәм әһәмиәте тураһында һөйләй.
Михаил  Астрелин: «Ә минең ысул  күҙҙең күреү һәләтенә кире йоғонто яһаусы күрә ҡарауҙы дауалағанда ҡулланыла. Кросслинкинг аппараты ярҙамында күҙҙең ҡатламдары нығытыла. Был ысул ғалимдар тарафынан бик етди өйрәнелә. Ошоға тиклем бер кем дә яңы ҡорамал уйлап тапмаған. Беҙ әлеге ваҡытта тәүге дананы йыйыу менән мәшғүлбеҙ». 
Сергей Харитонов, Азат Хәлимов, Марат Ҡаланов һәм Шамил Күҙбәковтарҙың күҙ ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә асыштары апрелдә  Рашан стар ап Өфө  һайлап алыу  турында иң яҡшыһы тип табылған. 400 эш араһында уларҙың эҙләнеүҙәре  иң яҡшылары. Уларҙың ғилми асыштары менән  Рәсәйҙең генә түгел, ә бөтә донъяның  уңышлы эшҡыуарҙары, инвесторҙары таныша ала.