1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. В Уфе офтальмологи всего мира делятся опытом.

В Уфе офтальмологи всего мира делятся опытом.

377dbda99d710471550670598704c23d.jpg
6 июня 2014, Пятница 00:00 Просмотров: 680

Өфөлә Бөтә донъя күҙ табиптары тәжрибә уртаҡлаша

http://tv-rb.ru/bash/news/2014-06-06/f-l-b-t-donya-k-tabiptary-t-zhrib-urta-lasha/39829 

Баш ҡалала офтальмохирургия буйынса V халыҡ-ара «Көнсығыш-Көнбайыш-2014» ғилми-ғәмәли конференцияһы дауам итә.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция өҫтәле артында Италия табибы Чезаре Форлини. Ул оло йәштәге уҙамандың күҙенә ҡатмарлы операция яһай. Табиптың һәр хәрәкәтен видеокамералар күҙәтеп, теркәп бара. Урындағы табиптар менән Мәскәү, Екатеринбург, Новосибирск ҡалаларынан килгән хирургтар эшләгән ошондай өлгөлө операциялар конференция залында онлайн режимда күрһәтелә.
Рәмил Ғәлиуллин дауаханаға күҙе йәрәхәтләнеп эләккән. Һуҡыр ҡалыу хәүефе янағайны, алтын ҡуллы табиптар күреү һәләтемде кире ҡайтарҙы, ти ул.
Институтта йылына утыҙ меңдән ашыу ошондай операция яһала. Заманса технологиялар ҡулланып эш итеү һөҙөмтәһендә дауалау кимәле һәм уның һөҙөмтәһе юғары, тип билдәләй Башҡортостан ғалимдары.
Мөхәррәм Бикбов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры:«Офтальмология өлкәһе йылдан-йыл камиллаша. Яңы технологиялар, препараттар ярҙамында беҙ 5-6 йыл элек кенә эшләй алмаған операцияларҙы хәҙер башҡара алабыҙ. Мәҫәлән, макуляр дегенерация, күҙ диабеты шундайҙар иҫәбендә».
Форумда 700-ҙән ашыу белгес ҡатнаша. Көнсығыш менән Көнбайыш араһында фәнни һәм клиник хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән сарала йөҙҙән ашыу сығыш ҡаралған.
Альберт Даксер, медицина университеты профессоры: /Австрия/ «Өфө бик матур ҡала. Уның күҙ ауырыуҙары институты Рәсәйҙә генә түгел, донъяла киң танылыу яулаған. Йыл һайын бында халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыу ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. Әле күҙ ҡабығы селтәре ауырыуҙарын дауалауҙы камиллаштыраһы бар. Шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә байтаҡ».

Абдул-Ғәмид Алиев, Дағстан күҙ микрохирургияһы үҙәге директоры: «Ғалимдарҙың йылдан-йыл үҫеүе күҙәтелә. Мин Башҡортостан офтальмологтарын ошо ҙур ваҡиға менән ҡотлайым. Үҙебеҙҙең тәжрибә менән уртаҡлашыуҙан тыш, башҡаларҙың эше менән сағыштыра алыу мөмкинлеге булыуы менән сараның әһәмиәте юғары».
Быйыл конференцияла Көнбайыш һәм Көнсығыш илдәренән килгән вәкилдәрҙең сығышы айырым секцияларға бүленгән. Медицина ҡорамалдары күргәҙмәһе лә ойошторолған . Бында диагностикалау, күҙ баҫымын үлсәү, күреү һәләтен тикшереү өсөн махсус аппараттар, офтальмология буйынса ғилми баҫмалар ҙа бар.
Шулай уҡ билдәле хирургтар эшләгән операцияларҙы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты сайтында видеойыйынтыҡта ҡарарға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева

Ссылка на видео