1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. БӨГӨН ӨФӨЛӘ ОФТАЛЬМОХИРУРГИЯ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ-АРА ҒИЛМИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ ЭШ БАШЛАНЫ

БӨГӨН ӨФӨЛӘ ОФТАЛЬМОХИРУРГИЯ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ-АРА ҒИЛМИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ ЭШ БАШЛАНЫ

afdef1e3fc1130b7963afae691be922f.jpg
22 мая 2015, Пятница 00:00 Просмотров: 720

БӨГӨН ӨФӨЛӘ ОФТАЛЬМОХИРУРГИЯ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ-АРА ҒИЛМИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ ЭШ БАШЛАНЫ

1111111.jpg

Ике көнгә иҫәпләнгән форумды Башҡортостан фәндәр академияһынының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшереү институты үткәрә. Конференция һәр ваҡыттағыса үҙ эшен «йәнле хирургия»нан башланы. Өфө һәм Киров ҡалалары офтальмологтары ҡара ҡылау, глаукома менән яфаланған өс пациентҡа яңы аппарат ярҙамында операция яһаны. Һуңғы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролма - фемтосекунд лазеры ярҙамында күҙ күҙәнәктәренә тәьҫир итә. Операция барышын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында сит ил табиптары онлайн-трансляция ярҙамында күҙәтте.

«Көнсығыш-Көнбайыш» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар практик өлөштән һуң офтальмология өлкәһендәге мәсьәләләр хаҡында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Ғәҙәттәгесә, сара сиктәрендә медицина ҡорамалдары, төрлө препараттар һәм ғилми баҫмалар күргәҙмәһе лә эшләне. Белгестәрҙе бигерәк тә күреү һәләтен тикшереү һәм диагностикалау буйынса махсус аппараттар ҡыҙыҡһындырҙы. Әйткәндәй, баш ҡалала бындай күләмле конференция алтынсы тапҡыр ойошторола. Быйыл унда 700-гә яҡын кеше ҡатнаша, улар араһында Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Германия, Украина табиптары бар. Улар донъя күләмендәге әһәмиәтле ваҡиға - Шос һәм Брикс саммитарының да Башҡортостанда үтеүенә ҡыуанысын белдерҙе.