1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. КҮҘҘӘР - КҮҢЕЛ КӨҘГӨҺӨ

КҮҘҘӘР - КҮҢЕЛ КӨҘГӨҺӨ

db6ce16c4c083987ef33367293f9c7bc.jpg
25 мая 2015, Понедельник 00:00 Просмотров: 850

КҮҘҘӘР - КҮҢЕЛ КӨҘГӨҺӨ

0000000000000000.jpg

Бөгөн Өфөлә офтальмохирургия буйынса «Көнсығыш-Көнбайыш» тип исемләнгән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үҙ эшен башланы. Ике көнгә иҫәпләнгән форумды Башҡортостан фәндәр академияһынының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үткәрә. Конференция һәр ваҡыттағыса үҙ эшен әмәлиәттән башланы.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция өҫтәлендә ҡара ҡылау менән яфаланыусы оло йәштәге ҡатын. Уның күҙенә Башҡортостан табиптары ҡатмарлы операция яһай. Эш барышын видеокамералар күҙәтеп, теркәп бара. Һуңғы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролма - фемтосекунд лазеры күҙ күҙәнәктәренә ыңғай тәьҫир итә. Шуға операциянан һуң реабилитация ваҡыты ла ҡыҫҡара. 
Миңнулла Әбсәләмов, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының микрохирургия бүлеге мөдире: «Былтыр ғына беҙҙә 13 меңгә яҡын пациентҡа ҡара ҡылауға операция яһалды. Бөгөнгә технологиялар заманса камиллаштырылған, шуға ла операциялар һөҙөмтәле, сифаты юғары. Пациенттарыбыҙ операция һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт». 
Фемтосекунд лазеры технологиялары республикала Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып ҡулланыла башлай. Әлегә был аппарат тик бер нисә төбәктә генә бар. Күмертауҙан Фәйзулла Фазлыәхмәтов билдәләүенсә, әлегә заманса ысул менән дауалауҙа Башҡортостан табиптарына етеүселәр юҡ. 
Фәйзулла Фазлыәхмәтов, дауаланыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: «Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауырыйҙар, һәр кемгә ваҡыт ҡәҙерле. Бер көн эсендә поликлиниканы уҙып, дауаханаға ятҡас, операция эшләнеләр. Операцияны бер илдеке менән дә сағыштырып булмай». 
Конференцияның ғәмәли өлөшөндә Өфө, Киров ҡалалары күҙ табиптары барлығы өс пациентҡа яңы аппарат ярҙамында операция яһаны. Онлайн-трансляция ярҙамында эш барышын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар күҙәтте. 
Салтанат Иманбаева, күҙ табибы /Ҡырғыҙстан/: «Бөгөн операцияларҙы күрҙек. Бик еңел түгел. Бындай операциялар Ҡырғыҙстанда эшләнмәй, сөнки ошондай аппаратурабыҙ, лазер юҡ беҙҙә». 
Әйткәндәй, баш ҡалала бындай күләмле конференция алтынсы тапҡыр ойошторола. Быйыл унда 700-гә яҡын кеше ҡатнаша, улар араһында Һиндостан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Германия, Украина табиптары бар. Сит ил вәкилдәре донъя күләмендәге әһәмиәтле ваҡиға - Шос һәм Брикс саммитарының да Башҡортостанда үтеүенә ҡыуанысын белдерҙе. 
Лоҡпан Оразбеков, күҙ табибы /Ҡаҙағстан/: «Өфөгә беренсе йыл килмәйбеҙ. Яңы йорттар төҙөлгән. Хәҙерге ШОС һәм БРИКС самиттарына яңы ҡунаҡханалар ҡалҡҡан. Беҙ Өфөнөң күркәм яҡҡа үҙгәргәнен күрҙек». 
Шулай уҡ конференцияла ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп, офтальмология өлкәһендәге мәсьәләләр хаҡында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. 
Ғәҙәттәгесә, сара сиктәрендә медицина ҡорамалдары, төрлө препараттар һәм ғилми баҫмалар күргәҙмәһе эшләне. Бигерәк тә, офтальмологтар күреү һәләтен тикшереү һәм диагностикалау буйынса махсус препараттар менән ҡыҙыҡһынды. 
Халыҡ-ара конференцияның тап Башҡортостандың ғилми-тикшеренеү институты базаһында үтеүе осраҡлы түгел. Күҙ ауырыуҙарын дауалауға республикала ҙур иғтибар бүленә. Ҡатмарлы операциялар яһатырға Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. 
Гөлназ Хәйбуллина