1. Об институте
  2. Новости
  3. Новости
  4. Өфөлә күҙ мөгөҙсәһе сирҙәре үҙенсәлекле алым буйынса дауалана

Өфөлә күҙ мөгөҙсәһе сирҙәре үҙенсәлекле алым буйынса дауалана

4b2bda28a11f0c073e1adcc7ab679ac1.jpg
20 ноября 2012, Вторник 13:08 Просмотров: 684

Ҡатмарлы операция барышында күҙ алмаһының алғы өлөшөнә биолинза беркетелә. Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары ай һайын кәмендә ун кешене һуҡырлыҡтан ҡотҡара. Тейешле дауалау булмаһа, был сирлеләр күреү һәләтенән яҙыр ине.

Табиптар бөгөн Елена Грачеваның күреү һәләте өсөн борсолмай. Ҡатмарлы операцияны уға 5 көн элек кенә эшләгәндәр. Донорҙың күҙ мөгөҙсәһенән яһалған биолинза организмға уңышлы яраҡлаша, ти табип.
Табиптар әле пациенттың күҙенән ептәрҙе алды. Ул эпикератопластика операцияһы үткәргән. Офтальмологҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр дүртенсеһендә күҙ мөгөҙсәһе сирҙәре асыҡлана. Уларҙың күбеһе хирургик дауалауға мохтаж. Тәжрибәнән күренеүенсә, күҙ мөгөҙсәһен күсереп ултыртҡас, йыш ҡына донорлыҡ материалы организмға яраҡлаша алмай. Өфө табиптарының алымы был күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймай тиерлек.
Дауалауҙың асылы шунда: күҙ алмаһының алғы өлөшөн киҫеп ташлап, донор материалы беркетелә. Өфө табиптары үҙгәрешкә дусар булған мөгөҙсәне тулыһынса киҫмәй. Ул бары 250 микро, йәғни 1 миллиметрҙың 4/1 өлөшөнә торошло тәрәнлектә генә уйыла.
Күҙ мөгөҙсәһеннең нәҙегәйеүе тулыһынса һуҡырлыҡҡа килтереүе ихтимал. Сиргә йышыраҡ йәштәр юлыға, ти табиптар. Кеше ни тиклем йәшерәк, сир ҙә шул тиклем тиҙерәк аҙа. Ә мөгөҙсәне тулыһынса ярмай эшләнгән үҙенсәлекле операциялар Рәсәй буйынса тик ошонда ғына үткәрелә. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары ай һайын кәмендә тиҫтәгә яҡын ҡатмарлы операция уҙғара.

http://tv-rb.ru